Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Шифалы үләндәр доньяһына сәйәхәт.

Бөгөн китапханала «Шифалы үләндәр доньяһына сәйәхәт» тип исемләнгән фәһемле сара үтте. Осрашыуға килгән ағинәйҙәр үҙҙәре менән алып килгән шифалы дарыу үләндәрен ҡасан йыйырға, нисек киптерергә һәм ниндәй сирҙән, нисек ҡулланырға мөмкин икәнлеге тураһында һөйләнеләр. Был осрашып-аралашыу бик фәһемле булды, үҙебеҙҙең эргә-тирәлә генә үҫкән шифалы үләндәр тураһында күп мәғлүмәт алдыҡ.
Ә аҙаҡтан мәтрүшкә, гөлемеш, ҡарағат япраҡтары һалып, бал менән самауыр сәйе эстек.
Үҙебеҙҙең тыуған яҡта үҫкән шифалы үләндәрҙе файҙаланайыҡ һәм иҫән-һау булайыҡ!