Йәш беҙҙең күңелдәр
30 сентябрҙә ауыл мәҙәниәт йортонда Ололар көнөнә арналған «Йәш беҙҙең күңелдәр» исемле байрам сараһы үтте.
Ошо сара сиктәрендә , байрамға килгән оло быуын вәкилдәре лә
» Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылып , мәҙәниәт йорто алдында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә арналған ағастар аллеяһы ултыртыуҙа ҡатнаштылар. Был сараға район хаҡимиәте башлығы Шәһәретдинов Арыҫлан Нәзир улының килеүе һәм ошо изге эштә ҡатнашыуы , ололарҙы байрам менән ҡотлауы бик мәртәбәле булды.
Байрам йыр- моң менән, сәй табыны артында дауам итте. Апайҙар-ағайҙар Һөйләшеп ултырып, уйындар уйнап, концерт ҡарап, сәйҙәр эсеп, рәхмәттәр әйтеп таралышты.
Оло быуын вәкилдәрен байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ. Сәләмәтлектә, күңел тыныслығында оҙон оҙаҡ йылдар яҡындарығыҙға терәк булып, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең изгелеген күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын һеҙгә !
