Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Краеведение

1)Ҡоҙашева Рәмзиә Хөббөтдин ҡыҙы
Рәмзиә Хөббөтдин ҡыҙы Ҡоҙашева 1952 йылда Ауырғазы районы Мораҙым ауылында тыуған. 1969 йылда ауыл мәктәбен уңышлы тамамлағас, Өфө сәнғәт институтының театр факультетына уҡырға инә. 1974 йылда тамамлап, Сибай драма театрында эшләй башлай. 1974-1996 йылдарҙа Сибай драма театрында, 1996-2003 йылдарҙа Стәрлетамаҡ башҡорт театрында актриса булып эшләй. 1991 йылда “БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы” исеме бирелә. Сибай башҡорт драма театрының сәхнәһендә 50-ләп ролдәрҙә уйнай һәм театр сәнғәтендә өлгәшкән уңыштары өсөн 2003 йылда Ғ. Ибраһимов исемендәге премияға лайыҡ була.

2) Мырҙабаева Флүзә Рәжәп ҡыҙы
Флүзә Рәжәп ҡыҙы Мырҙабаева 1950 йылдың 25 сентябрендә Ауырғазы районының Мораҙым ауылында тыуа. Байтаҡ йылдар Ғафури районының “Йондоҙ” гәзите редакцияһында эшләй. 1980 йылда “Башҡортостан” гәзите редакцияһына саҡырыла һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй. Республика матбуғатында шиғырҙары йыш баҫыла. Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә сыҡҡас “Йәш көстәр” (1982), “Аҡ ҡауырһын” (1995) дөйөм йыйынтыҡтарында уның ижадына ла ҙур урын бирелгән. 2000 йылда “Мөғжизәле донъям”, 2005 йылда “Ғүмер ағыштары, кеше яҙмыштары… “, 2010 йылда ” Заман сыңы-йыһан күктәрҙә “исемле китаптары донъя күрҙе.
Флүзә Мырҙабаева 2000 йылда республикабыҙҙың Шәһит Хоҙайбирҙин, ә 2002 йылда Ғ. Ибраһимов исемендәге премияларға лайыҡ булды.