Атайым менән бергә уҡыйбыҙ
Атайым менән бергә уҡыйбыҙ
Атай, һинән алдым йәшәү көсөн,
Һин булғанға башым юғары,
Маяҡ булдың миңә аҙашмаҫлыҡ,
Шуға ышаныслы юлдарым.
Фирүзә Абдуллина.
18 октябрь -атайҙар көнө.
Ошо байрам көнө уңайынан Мораҙым ауылы моделле китапханаһы «Атай менән китап уҡыйбыҙ” тип аталған онлайн- сараға ҡушылды. Атайҙар балаларын эргәһенә йыйып, уларға китап уҡып ултырған мәлдәрен төшөрөп фотоһүрәттәрен ебәрҙеләр.Улар:Смаков Илнар- ҡыҙы Илгизә һәм улы Ислам менән; Сатлыков Илдар- ҡыҙы Карина һәм улы Арсен менән китап уҡыйҙар.Ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт.
Матур байрам менән барлыҡ атайҙарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле мул тормош, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
