Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Ҡотлайбыҙ.

Мораҙым ауылында күренекле шағирә һәм журналист Флүзә Рәжәп ҡыҙы Мырҙабаева ғүмер байрамы менән тәбрикләнде.

Юбилярҙы ғүмер байрамы менән ҡотларға Михайловка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Венер Гузин, ветерандар советы рәйесе Факил Дилмөхәмәтов һәм Мораҙым ауыл китапханаһы мөдире Ләйлә Дилмөхәмәтова килде. Венер Мансур улы бар ауылдаштар исеменән изге теләктәрен еткереп бүләк тапшырҙы. Шулай уҡ Ләйлә Фәрүәз ҡыҙы ла бар китап һөйөүселәр исеменән тәбрикләп, иң изге теләктәрен белдерҙе.

Тантана ҙур йылы хис-тойғолар менән үтте. Флүзә апай, үҙенә булған ихтибарға бик тулҡынланып, ихлас рәхмәт һүҙҙәрен видео аша бар ауылдаштарына еткерҙе.

Ошондай изге, йылы осрашыуҙар күберәк булһын! Юбилярға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, яҡындарының изгелеген күреп йәшәргә яҙһын!

ҠОТЛАЙБЫҘ!

Бөгөн беҙҙең ауылдашыбыҙ — Башҡортостандың күренекле шағирә һәм журналисты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премиялар лауреаты, Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы Флүзә Рәжәп ҡыҙы Мырҙабаева үҙенең 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй! 🌹

Флүзә Рәжәп ҡыҙы 1950 йылдың 25 сентябрендә Рәжәп Минигәрҙән улы һәм Шәһиҙә Кинйәбуҙ ҡыҙының беренсе балалары булып донъяға килә. Бәләкәйҙән китапҡа, әҙәби һүҙгә һөйөүе уны Башҡорт дәүләт университетына алып килә, ә артабан матбуғат донъяһына юл аса.

1973–1980 йылдарҙа ул Ғафури районының «Йондоҙ» гәзитендә эшләһә, 1980 йылдан Башҡортостандың төп баҫмаһы — «Башҡортостан» гәзитендә хеҙмәт итә. Журналист, һуңынан әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире була. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да ижадтан айырылмай, «Панорама Башкортостана» журналында тәржемә буйынса бүлек мөдире булып эшләй.

📖 Уҡыусыларыбыҙ уның шиғырҙары, публицистик яҙмалары аша күптән таныш. Тыуған яҡ, тәбиғәт, кешеләргә булған мөхәббәт, ата-әсәһенә рәхмәт тойғоһо, ихласлыҡ һәм моң — бөтәһе лә уның ижадында сағыла. Шиғырҙарына йырҙар яҙылып, халыҡ араһында киң таралыуы ла ошоның дәлиле.

✍ «Ғүмер ағыштары, кеше яҙмыштары» (2005), «Заман сыңы йыһан-күктәрҙә» (2010), «Мөғжизәле донъям» (2000) кеүек йыйынтыҡтары әҙәбиәтебеҙгә яҡты йондоҙ булып өҫтәлде.

Ауылдаштарыбыҙ һәр саҡ Флүзә апай менән ғорурлана. Уның ижадында үҙебеҙҙең төйәк, халыҡ, ауыл кешеләренең йылы йөҙө, тырышлығы, моңо һәм ғорурлығы күренә.

Үҙемдең эш дәүеремдә Флүзә апай менән йыш осрашырға, фекер алышырға, күңел асып һөйләшеп ултырырға насип булды. Ул һәр ваҡыт журналист ҡына түгел, ә халыҡтың күңелен, ауылдаштарының хәл-әхүәлен тәрән аңлаған, уларҙың шатлыҡ-борсолоуҙарын үҙ йөрәге аша үткәргән ихлас кеше булды. Шуға ла уның һәр әңгәмәһе, һәр мәҡәләһе йылы тойғолар менән һуғарылды.
Ауылыбыҙҙың, колхозыбыҙҙың эштәре менән ҡыҙыҡһынып, һәр ваҡиғаларын иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы, шуға ла Башҡортостан гәзите биттәрендә ауылдаштарыбыҙ тураһында йыш ҡына йылы һүҙҙәргә сорналған яҙмалары баҫылып торҙо.

Айырыуса хәтеремдә — 1995 йылдың 12 июлендә “Замандаш” рубрикаһында баҫылып сыҡҡан “Үҙебеҙҙең егет” тигән күләмле мәҡәләһе. Ул мәҡәлә ауыл хужалығы тормошон, колхоз эштәрен, бар ауырлыҡтарҙы һәм киләсәккә ҡараған өмөттәрҙе шул тиклем ысын күңелдән, илһамлы һүҙҙәр менән һүрәтләне. Ябай ғына ваҡиғаларҙы ла ул матур тел, йылы тойғолар аша халыҡ хәтеренә инеп ҡалырлыҡ итеп яҙҙы.
Флүзә апайҙың миңә, ул саҡтағы 36 йәшлек йәш етәксегә һәм бөтә ауылдаштарына булған ышанысы артабанғы эштәребеҙгә яңы көс, яңы маҡсаттар бирҙе. Ә мәҡәләнең һуңғы юлдары бөгөн дә күңелемдә яңғырай:
“…Тыуған яҡтарыма ҡасан ғына ҡайтһам да һәр миҙгеле үҙенсә матур. Көҙгө моңһоулыҡтары, ҡышҡы бурандары, яҙғы елдәре, йәй йәмдәре, һәр ҡыяҡ үләне, тулҡынланған иген баҫыуҙары күңелгә яҡын. Тәбиғәте кеүек үк тәү ҡарашҡа ғына ҡырыҫыраҡ, һәлмәгерәк күренгән, үҙҙәре ихлас, үҙҙәре баҫалҡы, үҙҙәре сәмле, барлы булайыҡ, маллы булайыҡ тип тырышып йәшәгән ауылдаштарыма һоҡланам. Йәнә лә оло донъяның бер бәләкәй төбәгендә аҡыл ҡеүәһенә дәртен, көсөн, күңел йылыһын ҡушып, изгелекле ерҙе тағы ла ырыҫлыраҡ итеү хыялы менән янып йөрөгән Факилға һоҡланам”.

Ошо һүҙҙәрҙе хәтерләгән һайын, тағы ла бер тапҡыр Флүзә апайға ышанысы, ысын күңелдән әйтелгән йылы һүҙҙәре өсөн рәхмәтемде белдерәм. Аллаға шөкөр, белгестәр ҙә, колхозсылар ҙа һынатманы — ауыл хужалығы кооперативын һаҡлап ҡалдыҡ һәм бөгөнгө көндә лә үҫеш юлында.

Хөрмәтле Флүзә Рәжәп ҡыҙы!

Һеҙҙе ҙур юбилейығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ҡоростай һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ, ижад емештәрегеҙ менән һаман да халыҡты ҡыуандырыуығыҙҙы теләйбеҙ!
Аллаһы Тәғәлә Һеҙгә һаулыҡ, күңел тыныслығы һәм именлек насип итһен!
От Факила Дильмухаметова
«Ауыл йәме- кешеләр» төркөмөнән алынды.