Тыуған көнөгөҙ менән!
Бөгөн хөрмәтле ауылдашыбыҙ, шағирә, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, республиканың Ш. Хоҙайбирҙин һәм Ғ. Ибраһимов исемендәге премиялар лауреаты Флюзә Рәжәп ҡыҙы Мырҙабаева матур ғүмер байрамы-75 йәшлек юбилейын билдәләй.
Флүзә Рәжәп ҡыҙы, һеҙҙе юбилейығыҙ менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Ижад шишмәгеҙ һәр ваҡыт урғылып торһон, яңынан-яңы шиғырҙар яҙып, уҡыусыларығыҙҙы шатландырып тороғоҙ тигән теләктә ҡалабыҙ.
