Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Йәш беҙҙең күңелдәр.

Мораҙым ауылы мәҙәниәт йортонда Ололар көнөнә арналған «Йәш беҙҙең күңелдәр» тип аталған байрам сараһы үтте.
Байрамда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан дәртле йырҙар , матур шиғырҙар һөйләнде.Ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре лә үҙҙәренең сығыштары менән байрамға йәм өҫтәне.Күмәкләшеп йырлашып, бейеп, рәхәтләнеп һөйләшеп, аралашып ултырып, ысын күңелдән рәхмәттәрен әйтеп ҡайтып киттеләр ауылыбыҙҙың өлкән быуын кешеләре.
Олатай-өләсәйҙәребеҙ, ағинәйҙәребеҙ! Һеҙҙе бөгөнгө матур байрам – ололар көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙгә таҙалыҡ- һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!
Тормошобоҙҙа ошондай йырлы-моңло осрашыуҙар күберәк булһын, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, бергә-бергә йәшәргә насип итһен!