Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Илһам алып тыуған төйәктән…

Бөгөн арҙаҡлы ҡатын – ҡыҙҙарының береһе, ауылдашыбыҙ, филология фәндәре докторы, фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершинаның тыуған көнө. Фольклор бүлмәһендә уның ижадына арналған кисә үтте. Уҡыусылар уның тормошо, ижады менән таныштылар. Ғаилә архивынан алынған фотоһүрәттәр, маҡтау ҡағыҙҙары, китаптары балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Фәнүзә Айытбай ҡыҙының ижадына арналған фольклор кабинеты материалдарға бик бай һәм тулыландырып торола. Мораҙым ауыл модель китапханаһы Фәнүзә апайға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Фәнүзә Айытбай ҡыҙы, һеҙҙе, тыуған көнөгөҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.