Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Ил ағаһы – Мортаза

7 февраль – Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына – 90 йыл. Уға арналған бик күп саралар үтә бөгөнгө көндә. Өфөлә һәйкәл асылды, ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылды, «Рәхимов уҡыуҙары» ғилми конференция, тыуған ауылында «Хәтер кисәләре» үтә. Ошо уңайҙан бөгөн Мораҙым ауылы модель китапханаға класс етәкселәре менән башланғыс класс уҡыусылары килделәр. Балалар Мортаза Рәхимовтың тормошо һәм эшләгән эштәре тураһында, Башҡортостан үҫешенә, ауылыбыҙҙы йәмләндереүҙә күрһәткән ярҙамы тураһында белделәр. Беҙҙең китапхана урынлашҡан ҙур, матур, йылы мәҙәниәт йорто ла уның тарафынан һалынған. Уның туған халҡы өсөн янып эшләнгән изгелектәре халыҡ хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр.