Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Китап булһын бүләгем.

Бөгөн 14 февралдә билдәләнгән Халыҡ — ара китап бүләк итеү көнөнә арналған «Һөйөү менән китап бүләк итегеҙ «акцияһына Мораҙым ауылы китапханаһы ла ҡушылды. Ауылыбыҙҙың «Ынйылар » балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе кескәй дуҫтарыбыҙға сағыу һүрәтле башҡорт телендә сыҡҡан матур китаптар бүләк иттек. Балалар бәләкәй саҡтан китаптар менән дуҫ булып үҫһендәр инде, улар хәрефтәрҙе танып-белеү менән китапханаға йөрөйәсәктәрен белдерҙеләр.Китап һәр ваҡыт һәйбәт бүләк булды һәм булып ҡала. Яңы, ҡыҙыҡлы, матур китап уҡыу — һәр кем өсөн дә ҙур шатлыҡ.
Ауылдаштарыбыҙға ла китаптар — бүләк булһын!