Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Йырсы, фольклорсы…

Бөгөн хөрмәтле ауылдашыбыҙ, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын йыйыусы-фрльклорсы Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершина тыуған көнөн билдәләй. Мораҙым ауыл моделле китапханаһында күренекле яҡташыбыҙ ижадына арналған «Йырсы, фольклорсы… » исемле фольклор сәғәте үтте. Уҡыусылар уның тормошо, әҙәби әҫәрҙәре менән таныштылар. Яҙыусының ижадына арналған китаптары күргәҙмәһе ҡуйылған бүлмәгә экскурсия яһанылар.Улар унда Фәнүзә Айытбай ҡыҙы тапшырған ғаилә архивынан алынған фотоһүрәттәре, ҡотлау ҡағыҙҙары, китаптары менән таныштылар.
Барлыҡ китап уҡыусылар исеменән Фәнүзә Айытбай ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ!