Йөрәктәрҙә ҡалыр Еңеү көнө
#Бөйөк_Еңеүгә_80_йыл
#Ватанды_һаҡлаусылар_йылы
Йәш шайморатовсылар менән осрашыу.
Ауылыбыҙ мәктәбенең «Шайморатов» класы уҡыусылары менән китапханала генерал Миңлеғәле Шайморатовтың ижады тураһында һөйләштек. Уҡыусылар китапханала ойошторолған Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығына арналған «Йөрәктәрҙә ҡалыр Еңеү көнө» һәм «МХО геройҙарына дан һәм хөрмәт» исемле китап күргәҙмәһе менән таныштылар. Күргәҙмәләрҙә МХО-ла ҡатнашыусы ауылдаштарыбыҙ тураһында мәғлүмәттәр, яҙыусы фронтовиктарҙың әҫәрҙәре, еңеү хаҡында бәйән иткән тарихи — документаль китаптар урын алған.
Китап уҡыусыларҙы ошо китап күргәҙмәләре менән танышырға саҡырабыҙ!
