Оло ихтирам менән ҡотлайбыҙ!
Бөгөн Башҡортостандың күренекле шәхесе, арҙаҡлы ғалимә, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершина үҙенең 89 йәшен билдәләй!
Ошо мөһим көндә Ауырғазы районы хакимиәте етәкселәре хөрмәтле ғалимәгә күркәм бүләк яһап, уның фатирына килеп, ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Район хакимиәте башлығы Арыҫлан Нәзир улы Шәһәретдинов, яҡташыбыҙҙың ғилми һәм мәҙәни мираҫына ҙур баһа биреп, уның районыбыҙ үҫешенә индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе һәм районыбыҙҙың юғары наградаһы – “Ауырғазы районы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” отличие билдәһен тапшырҙы.
Үҙ сиратында, ауыл хакимиәте башлығы Венер Мансур улы ла ауылдаштары исеменән изге теләктәрен еткерҙе.
Фәнүзә Айытбай ҡыҙы көтөлмәгән, ләкин ихлас һәм күңелгә ятышлы был ҡотлауҙарҙан ихлас тулҡынланды. Ул рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, үҙенең ҡиммәтле әҙәби мираҫын – автографлы китаптарын ҡунаҡтарға бүләк итте.
Ҡәҙерле Фәнүзә Айытбай ҡыҙы!
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, илһам һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ. Ғилем юлында сағыу йондоҙ булып балҡып, киләсәк быуындарға рухи байлыҡ өләшеүегеҙҙе дауам итегеҙ!
Факиль Дильмухаметов
