Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Китапханала-ҡунаҡта

Бөгөн китапханаға ауылыбыҙҙың балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡунаҡҡа килделәр. Улар балалар өсөн сығарылған матур һүрәтле китаптар ҡаранылар, «Аҡбуҙат» журналы менән таныштылар.
Китапханалағы китап кәштәләре, китап күргәҙмәләре уларҙы бик ҡыҙыҡһындырҙы. Балалар ҙур үҫеп, мәктәпкә барғас, уҡырға өйрәнгәс, китапханаға китап уҡырға килеүҙәре тураһында ла әйттеләр.
Был малайҙар һәм ҡыҙҙар киләсәктә китап уҡырға яратыр, аҡыллы балалар булып үҫерҙәр тигән теләктә ҡалабыҙ.