Көҙгө йәрминкә
Бөгөн Мораҙым ауылы мәҙәниәт йортонда көҙгө йәрминкә ойошторолдо.
Унда ауыл халҡы, уҡыусы балалар ҡатнашты. Йәрминкәгә һәр кем үҙенсә әҙерләнеп сыҡҡан: балалар әсәйҙәре бешереп ебәргән өсбосмаҡтар, пирожки, печенье кеүек ҡамыр ризыҡтары алып килгән , апайҙар һөт, май, ҡаймаҡ, ҡорот, бал тәҡдим итте. Ҡайһы берҙәре баҡса уңышын һатыуға алып сыҡҡайны. Афарин, балалар ҙа тырышҡан, ололар ҙа.
Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән бергәләп төрлө уйындар үткәрҙек, бергәләшеп бейеп тә алдыҡ. Апайҙар алып килгән күстәнәстәр, ҡоймаҡтар менән сәй эстек. Шулай уҡ йәрминкәлә әүҙем ҡатнашыусылар ҙа бүләктәр алып ҡыуанды.
Күңелле булды, бар ҡатнашыусыларға ла ҙур рәхмәт!
