Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Әсәйемә — бүләк

 

Яҙҙың тәүге байрамы-Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө яҡынлаша.
Иң ҡәҙерле кеше — әсәйгә үҙ ҡулдарың менән тыуҙырған матурлыҡты бүләк итеүгә етәме ни?! Хатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Мораҙым ауылы моделле китапханаһында  мәктәптең башланғыс класс уҡыусылары ихлас күңелдән иң яратҡан кешеләренә — әсәйҙәренә һөйөүҙәрен ҡушып, открытка эшләнеләр.
Күңел һалып эшләгән открыткалар бик матур килеп сыҡты. Балалар үҙҙәренең эштәренән ҡәнәғәт булып, тәмлекәстәр алып таралыштылар.