Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Башҡортостан флагы көнө менән!

25 февралдә республикабыҙҙа Дәүләт флагы көнө билдәләнә.  Ошо иҫтәлекле көн уңайынан китапханала уҡыусылар менән «Флагтың өс төҫө» тип аталған фәһемле һөйләшеү үтте. Балалар Башҡортостандың дәүләт символдары тураһында белемдәрен арттырҙылар. Башҡортостандың флагын өс төҫ биҙәй.  Флагтағы зәңгәр төҫ-Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының асыҡлығын, изгелеген һәм уй-ниәттәренең сафлығын, аҡ төҫ-республика халыҡтарының тыныслыҡты һөйөүен, эскерһеҙлеген, үҙ — ара хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын, йәшел төҫ — иректе, тормоштоң мәңгелеген аңлата.
Ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ символы,уның аҡ буй уртаһында урынлашҡан ете таж япрағы Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә йәшәүсе халыҡтың берләшеүенә нигеҙ һалыусы ете ырыуҙы символлаштыра.