Әкиәт иленә сәйәхәт
Һәр беребеҙ ҙә бала саҡта әсәй-өләсәйҙәребеҙҙең әкиәттәрен тыңлап үҫтек. Әкиәтте яратмаған бала юҡтыр ул. Йәнһүрәттәр ҙә ҡарарға ярата кескәйҙәр.
Бөгөн балалар менән рус халыҡ әкиәте «Шалҡанды» сәхнәләштерҙек. Һәр береһе үҙенә бирелгән ролгә инеп, әкиәт геройҙарына әйләнделәр. Күмәкләшеп көс һалып-шалҡанды тартып сығарҙылар. Кескәй артистарға бүләктәр ҙә таратылды.

