Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Ҡышҡы каникулдар

Ҡышҡы каникулдар дауам итә. Бөгөн мәҙәниәт йортонда балалар өсөн ҡышҡы уйындар ойошторолдо. Улар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән шыршы тирәләй әйлән-бәйлән эйләнделәр.Ҡыш бабайҙың ҡыҙыҡлы һорауҙарына яуаптар бирҙеләр.Балалар «Ат сабышы», «Саңғыла шыуыу», «Тәлмәрйендәр»ярышы кеуек уйындарҙа ҡатнаштылар һәм Яңы йыл бүләктәре алып ҡыуандылар.
Каникулдар осоронда тағы ла балалар менән осрашыуҙар көтөп ҡалабыҙ.