Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Һабантуй-2025

Бөгөн районыбыҙ үҙәге Толбазыла гөрләп һабантуй байрамы үтте. Ауыл халҡы яҙғы баҫыу эштәрен тамамлап, байрамға йыйылды. Төрлө өлкәләге хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде, иң шәп һыбайлылар, көрәшселәр, төрлө спорт төрҙәрендә иң етеҙҙәр һәм ҡыйыуҙар билдәләнде. Һабантуй яланында моңло концерт номерҙары яңғырап торҙо . Күптәр китап күргәҙмәләре, оҫталыҡ дәрестәре менән ҡыҙыҡһынды. Байрамға килгән һәр кеше күңелле ял итеп, яҡшы кәйеф менән таралышты.