Китапханасылар көнө менән!
27 майҙа китапханасылар һөнәри байрамдарын билдәләй. Ошо байрам айҡанлы район китапханаһында осрашыу булды. Сара ваҡытында Бөйөк Еңеүҙең һалдаттарына ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалынды,ауырғазыларҙың еңеү тураһында яҙылған шиғырҙар йыйынтығының исем туйы үтте һәм күңелле һөйләшеп ултырыуҙар сәй табыны артында дауам итте.
Хөрмәтле коллегаларыбыҙҙы,хеҙмәт ветерандарын ошо байрам менән ҡотлайбыҙ. Иҫәнлек-һаулыҡ, тыныс тормош һәм китап уҡыусыларыбыҙҙың күп булыуын теләйбеҙ!
