Бура һуғыу
Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығы сиктәрендә, ауылыбыҙҙа ҙур байрам — «Бура һуғыу» буйынса спорт бәйгеһе үтте. Сараның төп бағыусыһы- ауылдашыбыҙ,,әлеге ваҡытта ялға ҡайтҡан Фидан Мирза улы Ғәфүров булды. Ауылыбыҙҙың Баҡыш тауында тирмәләр ҡоролдо,, самауырҙар ҡайнаны, тәмле еҫтәр бөркөп былауҙар беште. Тау башы ауылдаштарҙың осрашып-аралашыуынан, моңло йырҙарҙан, балаларҙың шау-шыу уйнаған шат тауыштарынан гөрләп торҙо.
Фидан туғаныбыҙға шундай ҙур сара ойоштороп, ауылдаштарҙы йыйғаны өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Доңьялар тыныс булһын, МХО — нан бөтә егеттәрҙең дә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Йөрәктәр байрамы…
Баҡыш тигән тауҙың биттәренә
Йыйылыштыҡ бөгөн байрамға,
Берҙәмлектән, ихлас татыулыҡтан
Ҡояш үҙе ҡалды хайранға…
Йөрәктәргә дәрт осҡоно өҫтәп,
Бура һуҡты ҡыйыу егеттәр…
Өҙөлмәһен күңелдәрҙе Ергә
Бәйләп торған алтын был ептәр…
Күрешеүҙән ҡалған йылы хистәр
Тоташһындар килер йылдарға,
Әйләнһендәр тыныс тормош көҫәп
Мораҙымда тыуыр йырҙарға!
Ғәлиә Сафина
19.04.2025 йыл
