Һуғыш шаңдауы күңел хәтерендә
Һуғыш шаңдауы күңел хәтерендә
Һуғыш шаңдауы күңел хәтерендә
Мораҙым ауылы моделле китапханаһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Һуғыш шаңдауы күңел хәтерендә» тигән әҙәби кисә үтте . Ауырғазы китапханалары араһында «Быуындарҙың тере хәтере» исемле проекты юл алды. Проекттың символы «Мәңгелек ут» булып тора. Ул бөтә китапханаларҙа ла йөрөп сығасаҡ. Сараға ауылыбыҙҙың ағинәйе Ильясова Нурия апай, мәктәптең шәйморатовсылар класы, класс етәкселәре Иҫәнбаева Резеда Марс ҡыҙы менән һәм 10-11 класс уҡыусылары килделәр.
Һуғыш темаһына йырҙар йырланды һәм шиғырҙар уҡылды.
Бөгөнгө көндә Михайловка биләмәһенән ике тиҫтәгә яҡын егет махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Китапханала уларға арналған күргәҙмә лә ойошторолған. Бөгөнгө осрашыуҙа уларҙың туғандары, балалары ла ҡатнашты.
Бар китап уҡыусыларҙы ла Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллыҡ байрамы менән ҡотлайбыҙ, тыныслыҡ, именлек теләйбеҙ һәм күп тапҡырҙар Еңеү яҙҙарын ҡаршыларға яҙһын!
Илебеҙҙе һаҡлап, Бөйөк Ватан һуғышында, хәрби операциялар барышында башын һалған яугирҙарға — мәңгелек дан!
