Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Дөнъя йәме — ҡатын-ҡыҙҙарҙа

#8_март_менән
#Дөнья_йәме_ҡатын_ҡыҙҙарҙа
Көндөң яҡтылығы-ҡояшта,
Төндөң матурлығы-йондоҙҙарҙа.
Кешенең бар гүзәллеге-ҡатын-ҡыҙҙарҙа!
Бөгөн ауылыбыҙҙың мәҙәниәт йортонда хаҡлы ялдағы һауынсы апайҙарға яҙҙың беренсе байрамы 8 март Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған байрам сараһы үтте. Байрам кисәһе барыһына ла оҡшаны — бергәләп сәй эсеп, эшләгән ваҡыттарында булған төрлө ҡыҙыҡлы хәтирәләргә бирелеп, аралашып , йырлап, бейеп, рәхәтләнеп ял иттеләр.
Килгән бар ҡунаҡтар ҙа байрамды ойоштороуҙа ярҙам иткән»Урал» ауыл хужалығы етештереү кооперативынан бүләктәр алып ҡыуандылар.
Хөрмәтле ҡатын — ҡыҙҙар!
Тыныс тормошта һау-сәләмәт булып, балаларығыҙҙың, ейәндәрегеҙҙең ҡыуаныстарын күреп оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын һеҙгә!