Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Башҡорт милли биҙәүесе-түшелдерек

Һәр башҡорт кешеһе үҙенең үткән тарихын, халыҡ ижадын белеп, өйрәнеп үҫергә тейеш. Элек – электән башҡорттарҙың, кейем – һалымы, аяҡ кейемдәре, хатта һандыҡтары зауыҡ менән биҙәлгән булған. Бөгөн заманса биҙәүестәр тағып йөрөү модала. Шуға ла беҙ Мораҙым ауыл модельле китапханаһында ауыл инәйҙәре менән ҡыҙҙар өсөн түшелдерек эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен дауам иттек. Үҙ – ара биҙәүестәр тураһында һөйләшелде һәм бер – береһенә кәңәштәр бирешеп, оҫталыҡтары менән уртаҡлашып, тағы ла түшелдерек өлгөләре эшләнде. Бөгөнгө дәресебеҙ бының менән генә тамамланмай, тағы ла йыйылып, эштәребеҙҙе дауам итербеҙ тип ҡалабыҙ.