Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Башҡорт түшелдереге

Бөгөн заманса биҙәүестәр тағып йөрөү модала. Улар-түшелдерек, һаҡал, селтәр һәм башҡа күп төрлө биҙәүестәр. Тик уларҙы ҡайҙан табырға, нисек эшләргә кәрәклеген уйлаған кешеләр күп һәм уларҙы ҡайҙан табырға белмәй. Шуға ла беҙ Мораҙым ауыл модельле китапханаһында йәш килендәр менән ҡыҙҙар өсөн түшелдерек эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙек. Традицион биҙәүестәрҙе дөрөҫ эшләү, башҡорт биҙәүесе тигән талапҡа яуап бирерлек түшелдерек һаҡал, селтәр, яға һәм башҡа биҙәүестәр эшләү тураһында һүҙ алып барылды. Бер- береһенә кәңәштәр бирешеп, оҫталыҡтары менән уртаҡлашып, китаптарҙан ҡарап, түшелдерек өлгөләре эшләнде.
Бөгөнгө дәресебеҙ бының менән генә тамамланмай, тағы ла йыйылып, эштәребеҙҙе дауам итербеҙ тип ҡалабыҙ.