Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Өләсәйем һандығы.

Мәҙәниәт йортонда ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре һәм уҡыусылар менән берлектә “Өләсәйем һандығы” исемле фольклор сәғәте үтте. Фәрзәнә өләсәй балаларға килен булып төшкән ваҡытта ҡыҙҙарға бирнәгә тип йыйылған һандыҡ эсендәге әйберҙәр менән таныштырҙы. Динә, Әлфинур, Нурия апайҙар уҡыусыларға “Ирәндек”, “Алтын балыҡ”, “Бал ҡорттары” исемле башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләнеләр. Уҡыусылар әкиәт тыңланылар һәм башҡорт халҡының милли биҙәүестәре бүлған камзул, түшелдерек, ҡашмауҙы кейеп ҡаранылар.Апайҙарҙың ҡул эштәренән күргәҙмә лә ойошторолдо.