Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры.

Был аҙнала республикала Салауат көндәре үтә. Бөгөн Мораҙым ауылы моделле китапханаһында Салауат Юлаевтың тормошона, ижадына арналған Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры “исемле тыуған яҡты өйрәнеү сәғәте үтте. Уҡыусылар яуғир, батыр, шағир, сәсән булған Салауат Юлаев тураһында белемдәрен арттырҙылар. Һөйләшеү барышында уҡыусылар Салауат Юлаевтың шиғырҙарын да уҡынылар. Кисә аҙағында” Салават Юлаевты беләһеңме”тип аталған викторина һорауҙарына яуаптар бирҙеләр. Китапханала батыр тормошона арналған, уның тураһында бик күп ғилми хеҙмәттәр һәм әҙәби әҫәрҙәр яҙылған китаптар һәм үҙенең шиғырҙары йыйынтығы урынлашҡан китап күргәҙмәһе ҡуйылды.Балалар Салауат образы һүрәтләгән ерҙәрҙе, Салауат исеме бирелгән урындарҙы ла һанап сыҡтылар. Салауат Юлаев ул беҙҙең милли батырыбыҙ, халҡыбыҙ өсөн, иркебеҙ өсөн көрәшкән кеше, шағир-мпровизатор. Беҙ Салауат Юлаев менән мотлаҡ рәүештә ғорурланырға һәм дә белергә тейешбеҙ.