Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Биллеғылыс тирәктәре

Мораҙым ауылында тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе ауылдашыбыҙ Ғәлиә апай Сафинаның “Биллеғылыс тирәктәре” тигән шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыҡты.
“… Өршәгемдең иркә тулҡындарында тибрәтеп, күңелемде Биллеғылыс әрәмәлеге һандуғастарының моңо менән һуғарып, Һамайымдың татлы һыуҙары менән һыуһындарымды ҡандырып, хәсрәтле ваҡыттарымда йыуатып-ҡурсалап, барыр юладырыма хәйер-фатихаларыңды биреп оҙатып ебәргән бер балаңдың һағыныу сәләмдәрен ҡабул итеп алсы, ғәзиздәрҙән-ғәзиз тыуған ерем, мөрхәмәтле изге тупрағым!” – тип һағыныу сәләмдәре менән башлаған беренсе битен автор.
Ғәлиә апай ауылға ҡайтып, ауылдаштарына 100 дана ошо шиғырҙар йыйынтығын бүләк итеп ҡалдырып китте. Ғәлиә апайға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, иҫәнлек-һаулыҡ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ.