Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Еңеү яҙы килә тыуған илгә

Бөгөн мәҙәниәт йорто алдында Бөйөк Байрам – Еңеү көнө уңайынан митинг-концерт уҙҙы. Совет халҡының үҙ-үҙен аямай Тыуған илен, ерен һаҡлауы ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ билдәһе булып илебеҙҙең героик йылъяҙмаһында мәңгелеккә яҙылған был көн. Байрамда Михайловка ауыл хакимиәте башлығы А.Т.Батталова, Михайловка ауыл биләмәһе ветерандар советы рәйесе Ф.В.Дилмөхәмәтов ҡатнашты. Мәктәп уҡыусылары һәм мәҙәниәт йортоноң үҡешмәкәр артистары тарафынан әҙерләнгән концерт күрһәтелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ауылыбыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡалманы, тыл ветерандары ла бик аҙ ҡалды, бөгөнгө байрамға бары тик бер тыл ветераны Мозайыр Мортаза улы Валитов ҡына килә алды. Сара Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, унда һәләк булыусы яугирҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған обелискка веноктар һалыу менән тамамланды.
Тыныс тормош өсөн яу яландарында баштарын һалған яугирҙар, тыл ветерандары, бөгөнгө көндә илебеҙ һағында торған һалдаттарыбыҙ алдында беҙ баш эйәбеҙ, уларға мәңгелек рәхмәтлебеҙ! Донъялар имен, күгебеҙ тыныс булһын! Байрам менән, ауылдаштар!