Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Пионерҙар көнө.

19 май-Пионерҙар көнө. 1922 йылда Бөтә Рәсәй комсомол конференцияһында пионерия отрядтары ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. Оҙаҡ йылдар был көн Пионерҙар көнө булараҡ билдәләнә. Пионерияның ғорур исеме, уға булған ҡәҙер-хөрмәт элекке быуын вәкилдәре күңелендә бөгөн дә йәшәй. Һәр кем был осорҙо ғүмеренең иң сағыу ваҡиғаһы итеп ҡабул итә. Берәүҙәр дружина байрағын йөрөтөүсе, икенселәр отряд командиры, ә кемдер тимуровсылар командаһы рәйесе булған.
Мораҙым ауылы моделле китапханаһына бөгөн ҡыҙыл галстук бәйләгән 4 класс уҡыусылары килде. Улар бөгөн генә пионер сафына алындылар. Уҡыусылар менән пионерҙарҙың талаптары тураһында һөйләштек. Уларҙы пионер символдары-ҡыҙыл байраҡ, флаг, галстук, значок ; атрибуттары-борғо, барабан һәм формаһы менән таныштырҙыҡ. Был әйберҙәр барыһы ла мәктәп музейында һаҡлана.Галстук бәйләгән йәш пионерҙар үҙҙәрен ғорур тотоп ҡыҙыл галстуклылар тарафынан бик күп файҙалы эштәр башҡарылыуы һәм бик күп пионерҙарҙың һуғыш яланында, партизан отрядтарында ҡатнашыуҙары тураһында тыңланылар.
Барығыҙҙы ла Пионерҙар көнө менән ҡотлайбыҙ һәм уҡыусыларға киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ уҡып, ярҙамсыл, илебеҙгә лайыҡлы алмашсылар булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ!