Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Айыҡ ауыл

#РәсәйХалыҡтарыныңМәҙәниМираҫыЙылы
#Айыҡ_ауыл_2022
#Трезвое_село_2022
#ВсемирныйКурултайбашкир
Бөгөн Мораҙым ауылында “Айыҡ ауыл” сиктәрендә бик ҙур сара үтте. Был сара ауылыбыҙҙың “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабына үтеүенә бағышланды. Ауылдаштар Өфө ҡунаҡтарын ҡыңғырауҙар тағылған аттарҙа ҡаршыланы. Улар өсөн мәҙәниәт йортонда ҡул эштәренән, башҡорт халҡының милли аҙыҡтарынан, башҡорт балынан күргәҙмәләр ҡуйылды. Балаҫ һуғыу, ситән-кәрзиндәр үреү, ырғаҡтан бәйләү буйынса мастер кластар күрһәтелде. Ҡунаҡтар китапханаға, амбулатория, мәктәп музейына, спорт, көрәш залдарына экскурсия яһанылар. Сәхнәлә күңелле йыр-бейеүҙәр тамашасыларға байрам кәйефен өҫтәне.”Умырзая “ансамбле менән уҡыусылар ҡатнашлығында ” Ҡар һыуына барыу”йолаһы күрһәтелде. Мәҙәниәт йорто алдында “Ҡунаҡтар аллеяһы” булдырылды һәм “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылып йәш ҡарағай үҫентеләре ултыртылды.