Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Өләсәйем һандығы

#ГодКультурногоНаследияНародовРоссии
#РәсәйХалыҡтарыныңМәҙәниМираҫыЙылы
Өләсәйем һандығы.
Бөгөн беҙҙең балаларҙа халҡыбыҙҙың тарихына, мәҙәниәтенә, фольклорына һәм өлкән быуынға ҡарата ихтирам, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү маҡсатынан “Өләсәйем һандығы” исемле матур сара үтте. Сара “Пушкин картаһы” сиктәрендә мәктәбебеҙҙең 8-9 класс уҡыусыларына ойошторолдо.
Китапханабыҙ ҙа милли рухта биҙәлде:аҫалы балаҫтар йәйелде,башҡорт халҡының милли кейемдәре-күлдәктар, еләндәр, сигелгән таҫтамалдар эленде.Һәм бөгөнгө байрамдың төп биҙәге-семәрләп яһалған матур һандыҡ булды.
Һандыҡ-ул төрлө нәмәләрҙе һаҡлай торған ҡапҡаслы ҙур ҡумта. Уны төрлө материалдан да эшләр булғандар:тимерҙән, ағастан. Ә шулай ҙа туйҙарҙың биҙәге-ағастан семәрләп яһалғаны булған. Уны һәр кем эшләй белмәгән. Ҡыҙҙарға кейәүгә барғанда, бирнәләрен һалып алып барырға, оҫталарҙан эшләтеп алыр булғандар. Килендең һандығына һәм эсендәге бирнәһенә ҡарап, ҡыҙҙың ни саҡлы бай икәнен дә билдәләгәндәр. Уҡыусыларға Нурия өләсәй һандығы эсендә һаҡлаған ҡәҙерле әйберҙәре, ҡомартҡылары менән таныштырҙы.Килен булып төшкән саҡтағы бирнәһе-күлдәге менән еләне, сигелгән таҫтамалдары, мендәр тыштары,өләсәһе бүләк иткән түшелдереген күрһәтеп, уларҙың тарихтарын һөйләне. Көйәнтәгә биҙрәләр элеп, йәш сағындағы тәүге һыу юлына барған саҡтарын иҫләне.Ҡыҙҙар менән егеттәргә матур, изге теләктәрен теләне.Өләсәй һөйләгәндәрен, ҡыҙҙар ҡыҙыҡһынып тыңланылар,сөнки уларға ла бит киләсәктә килен булып төшәһеләре бар.
Уҡыусылар менән “Йөҙөк һалыш”, “Йәшерәм-йәшерәм яулығым”кеүек уйындарҙы ла уйнап алдыҡ. Китапханабыҙ ҡунаҡтары-Нурия өләсәйгә,ҡыҙҙарға- егеттәргә, уларҙың класс етәкселәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе әйтәбеҙ һәм тағы ла шундай матур сараларҙа осрашып һөйләшербеҙ тигән теләктә ҡалабыҙ.