Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Алтын балыҡ

#ЯҙғыКаникулдар
#БалаСаҡтаАсылғанКитапБиттәре
#2_апрель_Халыҡ-ара_балалар_китабы_көнө

2 апрель-Халыҡ-ара балалар китабы көнө 1967 йылдың 2 апреленән билдәләнә һәм балаларҙа китапҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан булдырылған.
Бала-саҡ әкиәттәре һәр беребеҙҙең хәтерендә уйылып ҡалаҙыр,моғайын.Уҡыған китаптар күбеһе онотолһа ла, бәләкәй саҡта уҡығандары үҙҙәренең геройҙары, төрлө төҫлө һүрәттәре булыуы менән һаман да күҙ алдынан китмәй.
Бөгөнгө компьютер, телефон заманына һылтанып, китап уҡыусылар юҡ тип әйтеп булмай. Китапханала бер ваҡытта ла балалар китабы кәштәлә саңланып тик ятмай. Матур, сағыу һүрәтле китаптарҙы күреү менән балаларҙың күңеле нурлана, күҙҙәренә осҡон ҡабына һәм уларҙы барыбер тотоп ҡарай, биттәрен асып ҡарай. Һәм ул китапты өйҙә уҡырға тип яҙҙырып ала. Ә беҙҙең китапханала ундай матур балалар китаптары бик күп, сөнки уларҙы Башҡортостан китап нәшриәтендә йылдан-йыл баҫтырып сығаралар һәм китапханаларға тараталар.
Бөгөн беҙгә лә китап уҡырға яратҡан кескәй дуҫтарыбыҙ килде. Улар матур китаптар ҡаранылар һәм китаптарҙың нисек баҫылып сығыуы тураһында белделәр. Һуңынан балаларға А. С. Пушкиндың “Алтын балыҡ” әкиәте сәхнәләштерелеп күрһәтелде.