Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Бауырһаҡ байрамы

#ГодКультурногоНаследияНародовРоссии
#РәсәйХалыҡтарыныңМәҙәниМираҫыЙылы
#Бауырһаҡ_байрамы
Мораҙым мәҙәниәт йортонда ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре менән бергәләп “Бауырһаҡ” байрамы үткәрҙек.Бауырһаҡты борондан уҡ һәр башҡорттоң өҫтәлен йәмләндереп түр башына ултыртҡандар. Халҡыбыҙҙың туй йолалары ла, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуҙар ҙа бауырһаҡһыҙ үтмәгән.
Һәр хужабикәнең дә бауырһаҡ бешереүҙә үҙ сере бар. Ағинәйҙәребеҙ ҙә үҙҙәре белгән ысулдар менән бешереп, биҙәп бауырһаҡ алып килделәр һәм бешереү серҙәре менән бүлештеләр.Төрлө бауырһаҡ төрҙәренән һәм ҡул оҫталары эштәренән күргәҙмәләр ҙә ойошторолдо.
Бауырһаҡ тураһында шиғырҙар һөйләнеләр, күңелле йырҙар йырлап, тыпырҙатып бейешеп тә алдылар. Һуңынан бауырһаҡтар ҡуйылған һыйлы табында күмәкләшеп сәй эсеүҙәргә ни етә инде башҡортҡа!