Һабантуй — 2024
Республиканың төрлө төбәктәрендә һабантуйҙар уҙғарыла. Бөгөн Ауырғазы районы халҡы яҙғы сәсеү эштәрен теүәлләп, Толбазы ауылында үткән күркәм байрамға-«Табын-фест 2024»-кә йыйылды. Шулай уҡ райондың бөтә ауылдарында йәшәүселәр ҙә ҙур ихласлыҡ менән байрамда ҡатнашты. Республиканың табын ырыуы вәкилдәре һәм Ырымбур, Һамар өлкәһенән дә ҡунаҡтар килде.
