Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Ауылыбыҙҙа-ҡунаҡтар.

Ауырғазы районына Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт филологияһы факультеты студенттары диалектологик практика үтергә килде. Етәкселәре – филология фәндәре кандидаты, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы доценты Раушания Әбделхай ҡыҙы Солтаҡаева. Улар райондың башҡорт ауылдарына сәйәхәт ҡылып, һөйләште өйрәнәләр. Бөгөн Өфө ҡунаҡтары беҙҙең Мораҙым ауылына килделәр. Уларҙы мәктәп уҡыусылары ҡымыҙ, сәк-сәк менән ҡаршы алдылар. Артабан улар мәҙәниәт йортона килделәр, китапхана менән таныштылар, ауылдашыбыҙ, фольклорсы Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершинаның ижадына арналған фольклор кабинетына керҙеләр. Һәм мәктәп музейында уларға ауыл тарихы тураһында Ҡоҙашев Нил Закир улы һөйләне, ә ағинәйҙәр ауылдың ғөрөф-ғәҙәттәре, традициялары, тәбиғәт ҡомартҡылары менән таныштырҙылар.
Ҡунаҡтар үҙҙәре яғынан университет, ундағы факультеттар, уҡыу тураһында мәғлүмәт бирҙеләр һәм беҙҙең уҡыусыларыбыҙҙы үҙҙәренең уҡыу йортона уҡырға саҡырҙылар.