Яңы китаптың исем туйы
Бөгөн район моделле китапханаһында оҙаҡ йылдар китапхана системаһы директоры булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Хөсәйенова Зәмирә Ғиндулла ҡыҙының «Литературное наследие родного края. Республика Башкортостан Аургазинский район («Тыуған төбәктең әҙәби мираҫы. Башҡортостан республикаһы , Ауырғазы районы.)тип аталған яңы китабының исем туйы үтте.Осрашыуға яҙыусылар, гәзит-журналдарҙың мөхәррирҙәре, китапханасылар, уҡытыусылар һәм күп ижадташ дуҫтары йыйылды. Улар сығыштарында авторға рәхмәттәрен еткерҙеләр һәм артабан да уңыштар теләнеләр.
Был китап райондың тарихы һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған һәр кем өсөн ҡиммәтле мәғлүмәт сығанағы буласаҡ, тип ышанабыҙ.
Зәмирә Ғиндулла ни ҡыҙы ошо яңы китабын һәр ауыл китапханаһына , Толбазы ауылының мәктәптәренә, дуҫтарына бүләк итте. Китапханала үткәргән сараларҙа беҙгә бик кәрәкле китап булып торасаҡ.
Беҙ ҙә Зәмирә Ғиндулла ҡыҙына иҫәнлек-һаулыҡ һәм бар эштәрендә лә уңыштар теләйбеҙ!
