Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

1 июнь — Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө.

Был байрам йәш быуындың именлеге һәм һаулығы, туған мөхиттә үҫеүе, туған телде белеүе өсөн яуаплы икәнебеҙҙе тағы ла бер тапҡыр иҫкәртә.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан мәктәптәге йәйге «Йәйләү»лагеры балаларына мәктәп балалар һабантуйы ойошторҙо. Балалар янына барып, Мораҙым ауылы моделле китапханасыһы Дилмөхәмәтова Ләйлә байрам менән ҡотланы, йәйге каникулда уҡырға ҡыҙыҡлы китаптар тәғдим итте һәм күңелле милли уйындар ҙа ла ҡатнашты.
Балаларҙың милли рухта үҫһен тигән теләктә ҡалабыҙ.
Ҡәҙерле һәм һөйөклө балалар! Һеҙҙе Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ихлас ҡотлайым! Һәр көнөгөҙ бәхетле булһын! Был көндө һәр йорт балалар йылмайыуына һәм шатлығына күмелһен! Барығыҙға ла бәхет, сәләмәтлек һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ.