Халыҡтар дуҫлығы-Рәсәй берҙәмлеге
Бөгөн Мораҙым ауылы моделле китапханаһында «Китап байрамы» халыҡ- ара китап йәрминкәһе сиктәрендә башҡорт телендә «Халыҡтар дуҫлығы-Рәсәй берҙәмлеге» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Китапханаға ауыл мәктәбендә эшләп килгән «Йәйләү» йәйге лагерына йөрөгән балалар килде. Уҡыусылар күргәҙмәләге китаптар менән таныштылар һәм Рәсәйҙең халыҡтар берҙәмлеге, дуҫлыҡ менән көслө булыуы хаҡында белемдәрен арттырҙылар.

