Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Өршәк буйы һылыуы

21 мартта Төрөмбәт ауылында «Өршәк буйы һылыуы» конкурсы үтте. Был бәйгелә беҙҙең ауылдан Ҡунаҡҡолова Лиана ҡатнашты. Һылыу исемен яуларға 4 ҡыҙ ҡатнашты. Ҡыҙҙар төрлө һынауҙарҙы ла матур итеп үттеләр. Киләсәктә улар егәрле әсәй ҙә, һәйбәт ашнаҡсы ла,һайлаған һөнәрҙәренең оҫтаһы ла булырҙарына шик юҡ. «Өршәк буйы һылыуы» тажын Мораҙым ҡыҙы Лиана кейҙе. Лиананы был еңеүе менән ҡотлайбыҙ, эшендә уңыштар, бәхетле киләсәк теләйбеҙ. Милләтебеҙҙең шундай аҫыл ҡыҙҙары булыуына бик шатбыҙ.
Ошондай матур сара үткәргән Төрөмбәт ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.