Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Шиғриәт көнө менән!

21 март-шиғриәт көнө.Шиғриәт беҙҙе һөйөүгә, хыялланыуға, изгелеккә дәртләндерә, көслө булырға өйрәтә.Һәр кемдең күңелендә матур шиғыр юлдары йәшәй һәм шул шиғри һүҙҙәр менән яҡын кешеләрен ҡотлай,  матур теләктәр теләй.  Ошо көн уңайынан  Мораҙым ауылы моделле китапханаһында ауылдаш, яҡташ, республикабыҙҙың халыҡ шағирҙары шиғырҙарын уҡыу ойошторолдо. Мостай Кәримдең, Рәми Ғариповтың, Флүзә Мырҙабаеваның, Рәшит Назаровтың  һәм башҡаларҙың шиғырҙары  уҡылды. Шиғыр яратыусы, үҙе лә шиғырҙар яҙыусы Лиана Кунаккулова үҙенең яратҡан шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе.
Яратҡан  шағирҙәребеҙҙе, яҙыусыларҙы һәм барлыҡ һүҙ оҫталарын был матур көн менән ҡотлайбыҙ! Ижад шишмәләрегеҙ һайыҡмаһын!
Шиғриәт көнө менән!