Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Шиғриәт көнө менән!

21 март -шиғриәт көнө. Ошо көн уңайынан китапханала ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре менән шиғырҙар уҡыныҡ. Улар араһында шиғыр һөйләү оҫтаһы Нурия апай Ильясова ла бар. Нурия апай йыл һайын Назаров уҡыуҙарында ҡатнашып, еңеүҙәр яулай һәм мәҙәниәт йортонда үткән байрамдарҙа матур шиғырҙарҙы яттан һөйләй.
Шиғыр яратыусыларҙы, уларҙы яҙыусыларҙы шиғриәт көнө менән ҡотлайбыҙ. Ижади уңыштар теләйбеҙ!