Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Араҡы эскән-аҡылын юғалтҡан

Йыл һайын 11 сентябрҙә эскелеккә ҡаршы көрәшеү һәм айыҡ йәшәү рәүешен популярлаштырыу маҡсатында Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнө уҙғарыла.
Уның маҡсаты — спиртлы эсемлектәрҙең зыяны хаҡында ҡабат иҫкә төшөреү, алкоголизмға йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү.
11 сентябрь Мораҙым ауылы моделле китапханаһы клуб менән берлектә үҫмерҙәр өсөн «Араҡы эскән-аҡылын юғалтҡан» исемле темаға һөйләшеү сәғәте үткәрҙек. Был сарала мәктәптең 9 класс уҡыусылары ҡатнашты.