Беҙ терроризмға ҡаршы
3 сентябрҙә Рәсәйҙә терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө билдәләнә. Урындағы халыҡ араһында терроризмға ҡаршы иғтибарҙы арттырыу, террор хәүефен һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр янағанда нисек эш итергә кәрәклеген аңлатыу маҡсатында Мораҙым ауылы моделле китапханаһында уҡыусыларға «Беҙ терроризмға ҡаршы» исемле фәһемле дәрес үтте.
Һөйләшеүҙең төп йүнәлеше балаларға экстремаль хәлдәрҙә нисек хәүефкә ҡаршы торорға, нисек үҙеңде һәм яҡындарыңды яҡларға кәрәклеге тураһында булды.
Илебеҙ тыныс булһын, бәлә-ҡазалар, көтөлмәгән бәхетһеҙлектәр беҙҙең һәммәбеҙҙе урап үтһен.
