Батырҙарын онотмай тыуған ер
Мораҙым ауылы моделле китапханаһында уҡыусыларға Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығы сиктәрендә «Батырҙарын онотмай тыуған ер» исемле батырлыҡ сәғәте үтте. Бөгөнгө сара ауылыбыҙҙа тыуып үҫкән һәм тыуған ил өсөн ҙур эштәр башҡарған Ғәлимйән Ишмурзин иҫтәлегенә арналды.
Ғәлимйән Ишмурзин 1903 йылдың 15 мартында меркет-мең ерендә, әлеге Ауырғазы районының Иҫке Мораҙым ауылында тыуа.
Халҡыбыҙҙың ыласындай ҡыйыу, бөркөттәй батыр беренсе осоусыһы, Өфө аэроклубын, Стәрлетамаҡ, Белорет аэроклубтарын башлап ойоштороусыһы һәм етәксеһе лә була ул.
Уҡыусылар үҙҙәренең данлыҡлы ауылдаштарының тормошо, башҡарған эштәре тураһында бик ҡыҙыҡһынып тыңланылар һәм ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙеләр.
Һабантуйҙар үтә торған тау башында елдә әйләнеп тороусы самолёт тора. Был самолёт-һәйкәл беренсе башҡорт осоусыһы Ғәлимйән Ишмурзиндың данын оноттормай.
Беҙ үҙебеҙҙең батырҙарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ!
Батырҙар — мәңге онотолмай!
Батырҙарға-дан!
