Халҡымдың һүнмәҫ йондоҙо
Халҡымдың һүнмәҫ йондоҙо
Бөгөн арҙаҡлы яҙыусы, ғалим, күренекле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Ғәлимйән Ғифран улы Ибраһимовтың тыуған көнө. Ул 1887 йылдың 12 мартында Ауырғазы районы Солтанморан ауылында тыуған. Күрше ауыл мәҙрәсәһендә уҡып, белем ала. Унан һуң, Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡыуын дауам итә. Ошо мәҙрәсәлә уҡыған ваҡытта, ул әҙәбиәт донъяһына тартыла. Һәм беренсе әҫәрҙәре яҙыла.
Мораҙым ауылы моделле китапханаһында уҡыусыларға «Халҡымдың һүнмәҫ йондоҙо» исемле тирә-яҡты өйрәнеү сәғәте үтте. Улар яҙыусының, ижады, тормошо, әҫәрҙәре һәм уның ижадына арналған китап күргәҙмәһе менән таныштылар.
