Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Батырҙар беҙҙең арала

Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығын билдәләү сиктәрендә Мораҙым мәҙәниәт йортонда 23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған «Батырҙар беҙҙең арала» исемле ҙур сара үтте. Осрашыуҙа хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашты.
Сара барышында мәктәптә герой партаһы асылды, яуҙа ҡалғандарҙы иҫкә алып, обелискаға сәскәләр һалынды, концерт сығыштары батырҙарыбыҙға арналды. Ҡунаҡтар спорт ярыштарында көс һынашты һәм барыһы ла ялан бутҡаһы менән һыйландылар. Байрам саралары барыһының да күңеленә хуш килгәндер, бик матур, йылы осрашыу булды.
Күгебеҙ аяҙ, тормошобоҙ тыныс булһын!
Рәхмәт һеҙгә Бөйөк Еңеү өсөн,
Илдә һеҙ яулаған бәрәкәт.
Тыныс илдә тик изгелек күреп
Йәшәһәгеҙ ине һеҙ рәхәт!