Башҡортостан флагы
25 февралдә республикабыҙҙа Дәүләт флагы көнө билдәләнә. Ауыл китапханаһында уҡыусылар менән ошо көнгә арналған һөйләшеү үтте. Улар Башҡортостандың дәүләт символдары тураһында белемдәрен арттырҙылар. Башҡортостандың флагын өс төҫ биҙәй. Флагтағы зәңгәр төҫ-Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының асыҡлығын, изгелеген һәм уй-ниәттәренең сафлығын, аҡ төҫ-республика халыҡтарының тыныслыҡты һөйөүен, эскерһеҙлеген, үҙ — ара хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын, йәшел төҫ — иректе, тормоштоң мәңгелеген аңлата.
Ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ символы,уның аҡ буй уртаһында урынлашҡан ете таж япрағы Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә йәшәүсе халыҡтың берләшеүенә нигеҙ һалыусы ете ырыуҙы символлаштыра.
