Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙербеҙ!

Бөгөн Мораҙым ауылында ауылдаштарыбыҙ менән бергәләп Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек(ГТО) нормативтарын тапшырҙыҡ. Был сара Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығына һәм махсус хәрби операцияла мәрхүм булып ҡалған ауылдаштарыбыҙ иҫтәлегенә арналды.
«Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” комплексы бөтә ил өсөн физик тәрбиә системаһының норматив нигеҙенә әүерелде. Районыбыҙҙа комплексты мәғлүмәти танытыу һәм популярлаштырыу йәһәтенән дә әүҙем эш алып барыла. Ауылыбыҙҙа спорт һөйөүселәр, ГТО комплексында ҡатнашыусылар һаны кәмемәй, ә, киреһенсә, арта ғына бара.Сараға МХО-ла ҡатнашыусы Бәхтигәрәев Динир Нур улы ла килде. Ул барыһына ла тыныс тормош һәм бөгөнгө бәйгелә ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
Былтырғы йылда ошондай нормативтарҙы уңышлы тапшырған ауылдаштарыбыҙға ГТО-ның алтын һәм көмөш билдәләре тапшырылды.